Уйынсыҡ һуҙылыусан шыйыҡса, лайла кеүек, тик ул түгелеп китмәй һәм еңел йыйыла. Ул 1976 йылда уйлап табылған, Маttel компанияһы һатыуға сығарған.
Әле был уйынсыҡты магазиндарҙа йыш осратырға була, Интернетта уларҙы өй шарттарында әҙерләү рецепттары бирелә. Тик табиптар уйынсыҡтың бала сәләмәтлеге өсөн хәүефле булыуы тураһында саң һуға. Лизундың составында борҙың күп булыуы тән тиреһе өсөн айырыуса зарарлы. Уйынсыҡ менән уйнағандан һуң баланың ҡоҫҡоһо килеүе, эсе китеүе, тәнен типкелдәр баҫыуы күҙәтелеүе ихтимал.
Дерматологтар был уйынсыҡтарҙың баланың ғына түгел, ә өйҙәге башҡа барлыҡ ғаилә ағзаларының да сәләмәтлегенә зыян килтереүе тураһында белдерә. Һуңғы ваҡытта бәләкәстәр араһында киң таралған дерматит, аллергия ауырыуҙары ла лизундың составында булған ағыулы матдәләргә бәйле булыуы мөмкин, ти табиптар.