Новости
12 Октябрь 2019, 15:38

Төбәк Башлығы дауаханала

Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында Радий Фәрит улы 1968 йылда төҙөлгән элекке поликлиника бинаһын ҡарап сыҡты. Ул 2015 йылда финанстарҙы экономиялау маҡсатында ябыла. Үҙәкләштерелгән йылытыу, һыу менән тәьмин итеү системаһы, вентиляцияһы бар. Бинаны йәш белгестәр-табиптар өсөн 12 фатирға бүлергә мөмкин. Эштәрҙе башҡарыу өсөн 10 миллион һумға яҡын финанс саралар кәрәк. Радий Хәбиров был яҡшы ҡарар һәм быны хуплайым тине. Дауаханала төбәк Башлығы йәш табиптар менән әңгәмәләште, эш шарттары менән ҡыҙыҡһынды.

«Республикала тар белгестәргә финас ярҙам күрһәтеү буйынса программа эшләүен тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрөргә теләйем. Уға 125 млн. һум аҡса бүленгән. Уның мөмкинлектәренән файҙаланығыҙ», — тине Радий Хәбиров.


Ул районда онкологик сиҙәр менән хәл-торош ниндәй булыуы менән ҡыҙыҡһынды.Дауахананың баш табибы әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы Стәрлебаш районында уртаса республика күрһәткестәренән юғары.
«Мин Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бойороҡ бирермен, улар һеҙгә методик ярҙам һәм консультациялар өсөн республика онко үҙәге белгестәрен ебәрер», — тимп билдәләне Радий Хәбиров.


Медицина хеҙмәткәрҙәре фельдшерҙарҙың онкологик сирҙәрҙе беренсе стадияла асыҡлағандары өсөн 5 мең һум күләмендә аҡса ала башлауҙарын әйтте. Улар Радий Хәбировҡа ошондай ярҙам өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Стәрлебаш район хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас