Новости
12 Октябрь 2019, 14:32

Радий Хәбиров Стәрлебаш районына эш сәфәре менән килде

Тәүҙә ул Первомайский ауылы эргәһендәге таҙартыу ҡоролмалары төҙөлөшө урынына килде. Билдәле булыуынса, бында граждандарҙың мөрәжәғәте буйынса төҙөлөш туҡтатылды. Был турала Радий Хәбировҡа Стәрлебаш район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов һөйләне.

Ауыл халҡы таҙартыу ҡоролмаһы ауылға бик яҡын урынлашҡан тип иҫәпләй. Был турала улар үҙҙәре республика Башлығына хәбәр итте. Муниципалитет башлығы әйтеүенсә, ағымдағы йылдың ноябрендә төҙөлөшкә контрактың ваҡыты тамамлана. Халыҡ менән аралашҡандан һуң Радий Хәбиров Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм район хакимиәтенә таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү өсөн башҡа урын һайларға бойорҙо.
«Төҙөлөш өсөн бүленгән аҡса бер ҡайҙа ла булмаясаҡ, улар ҡаласаҡ, ваҡытында һеҙҙең менән кәңәшләшмәүҙәре насар, әммә был мәсьәләне хәл итербеҙ», — тине Радий Хәбиров.


Мәҡсүт ауылы халҡы төбәк башлығынан иҫкергән һәм насар торошта булған үҙәк һыу үткәргесте, шулай уҡ ауыл эсендәге юлды яңыртыуҙа ярҙам һораны. Радий Хәбиров тейешле бойороҡ бирермен тине. Стәрлебаш район хакимиәте сайтынан алынды.
Читайте нас