Уның тәнендә күп һанлы укол эҙҙәре табылғайны. Яҡындары белдереүенсә, ҡыҙ косметологҡа йыш йөрөгән. Һәм бына ошо көндәрҙә Беренсе каналда “Кеше һәм закон” тапшырыуында был хәлдең нисек булғаны тураһында һөйләнеләр. Элинаның инәһе белдереүенсә, ул ҡыҙҙың ниндәй процедура эшләтергә йыйынғанын белмәгән.
“Мин уны төнө буйы көттөм. Аҙаҡ тәфтишсе телефонымды тапҡан һәм аяныслы үлем тураһында хәбәр итте”, – ти ул.
Асыҡланыуынса, Элина йәшәртеүсе уколдар эшләтергә барған. Косметолог уға ауыртыуҙы бөтөрөү өсөн лидокаин ҡаҙаған. Бынан алда ул ҡыҙҙан был препаратҡа аллергияһы бармы-юҡмы икәнлеген дә белешмәгән. Һөҙөмтәлә Элинаның тән температураһы күтәрелә, өйәнәк тота башлай, ауыҙынан күперек китә һәм йөрәге туҡтай.
“Был косметолог үҙен пластик хирург тип танытҡан, ә ысынбарлыҡта шәфҡәт туташы ла түгел”, – тинеләр тапшырыуҙа.
Косметолог ни бары алты айлыҡ курстар ғына үткән булған. Ул клиенттарын теркәмәгән, хәлдәрен белешмәгән, сир һәм аллергиялары тураһында һорамаған.
Ҡыҙҙың һәләк булғаны асыҡланғас, косметолог уға бер ниндәй ҙә укол яһамағаны тураһында белдергәйне. Имеш, Элина массаждан үлгән. Тик экспертиза уның лидокаин уколынан ғүмере өҙөлгәнен дәлилләй. Хәҙер косметологка төрмә янай.
Һәр кемдең матур һәм йәш булғыһы килә. Тик процедуралар яһатыр алдынан үҙегеҙҙең һаулығығыҙ торошо, кемгә барыуығыҙ тураһында белеү кәрәк тә бит.