Бының өсөн ярты килограмм һыйыр ите, 150 грамм сыр, 3-4 баш һуған, майонез, тоҙ, тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Итте бер сантиметр тирәһе ҡалынлыҡта уртаса киҫәктәргә бүлергә һәм махсус сүкеш менән төйөргә кәрәк. Майонез, тоҙ, тәмләткестәр менән бутап, уны майланған табаға теҙеп һалырға. Өҫтөнә ярымтүңәрәк итеп туралған һуғанды, иң аҙаҡ ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибергә.
Мейестә бер сәғәт бешерергә. Аҙаҡ йәшелсә менән биҙәп, өҫтәлгә ҡуйырға була.