Новости
12 Октябрь 2019, 08:08

"Беҙҙең фамилия улай түгел дәһә…"

Мәғариф бүлеге мөдире менән мәктәп директоры урам буйлап китеп бара. Ҡапыл урамдағы ҡыуаҡтарҙы һындырып маташҡан малайҙы күреп ҡалалар.


– Ҡайһылай тәртипһеҙ был бала! – ти етәксе.


Директор ҡыҙарына, бүртенә. Унан малайға:


– Хәлитов, ни эшләүең был?! – тип ҡысҡыра.


Малай аптырап ҡарай ҙа ғәжәпләнеп әйтеп ҡуя:


– Атай, беҙҙең фамилия улай түгел дәһә…


Шунан бирле беҙҙең яҡта "Атай, беҙҙең фамилия улай түгел" тигән лаҡап йәшәй.






Читайте нас