Тәлғәт Сафа улы Тажетдинов 1948 йылдың 12 октябрендә Ҡазан ҡалаһында тыуған. 1968-73 йылдарҙа Бохарала “Мир-Ғәрәп” мәҙрәсәсендә, 1973-78 йылдарҙа Мысырҙың “Әл-Әзһәр” дини университетында белем ала. Уҡыуын тамамлағандан һуң Ҡазан ҡалаһының Йәмиғ мәсетенә беренсе имам-хатип итеп тәғәйенләнә. Унда 1980 йылдың июненә тиклем дини хеҙмәттә була.
1980 йылдың 19 июнендә СССРҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының съезында СССРҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә нәзарәтының рәйесе һәм мөфтөй булып һайлана.
Рәсәй мосолмандарының 1992 йылда үткән 6сы ғәҙәттән тыш съезында Баш мөфтөй дәрәжәһе индерелә һәм күпселек тауыш менән ул Шәйхел-Ислам Тәлғәт Тажетдингә бирелә.
Ул Ислам Конференцияһы Ойошмаһы, ЮНЕСКО, Мосолмандарҙың Европа лигаһы һәм башҡа бик күп сит ил һәм ижтимағи Ислам ойошмаларында Рәсәй мосолмандарының вәкиле булып тора.