Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Илнур Исламоратов Башҡортостан Башлығына бөгөнгө көндә бинаға капиталь ремонт үткәрергә кәрәклеген әйтте. Техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәрҙең яҡынса хаҡы 439,8 мең һум тәшкил итә. Радий Хәбиров ремонтты яһарға кәрәк һәм тейешле бойороҡ бирермен тине. Стәрлебаш район хакимиәте сайтынан алынды.