Етештереүселәр уға нимә генә ҡушмай, шуға күрә лә балаларҙы еңел ҡыҙыҡтыра. Тәү ҡарамаҡҡа бик тә тәмле тойола-тойолоуын, ләкин яҡты тиҙ талдырғас, ваҡыт үтеү менән уны төкөрөп ташлауҙан бүтән сара ҡалмай. Уның ҡарауы, ап-аҡ ҡайын туҙынан ҡайнатылған ҡара һағыҙҙы бер нәмә лә алмаштырмай.
Мәҫәлән, Баймаҡ ҡыҙы Эльвира Солтанғолова һағыҙ ҡайнатып, өләсәйҙәрҙең шөғөлөнә тотонған. Афарин, һылыу! Бына, исмаһам, уны сәйнәүе – үҙе ҙур кинәнес, магазиндыҡы ситтә торһон!
Иҫкә төштө: ауылыбыҙҙа Шәкирә инәй туҙҙан һағыҙ ҡайната ине. Беҙ, малайҙар, ҡайын туҙының еҫе сығыу шул яҡҡа йүгерҙек. Оҫтаға аҡса биргән дә булды, буш таратҡаны ла хәтергә уйылған. Иң мөһиме – йомарт инәйҙән алған һағыҙҙың тәмен әле булһа телемдә тоям...