Бер юлы урманды файҙаланыуҙың интерактив картаһы ла эшләнеп бөтөсәк. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡайҙалыр китеп барғанда ағас ҡырҡҡандарын күрәһегеҙ, интерактив картаға ҡараһағыҙ – бында ағас ҡырҡыу эше барғанлығы күрһәтелмәгән! Тимәк, был уғрылыҡты фотоға төшөрөргә һәм мобиль ҡушымтала күрһәтелгән адресҡа ебәрәһе генә ҡала.