Октябрь айына һынамыштар
- Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә. - Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.- 1 октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.- 1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.- 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.- 8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә, тиҙ иреп бөтәсәк.- Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.- Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.- Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.- Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.- Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.