Кишерҙе серемәгән тиреҫ индергән урынға сәсергә ярамай. Ул азотлы ашламаларҙы күп һалғанда тармаҡлана башлай. Йәшелсә һелте тупраҡты ла яратмай, эзбиз кереткәндә быны иҫтә тоторға кәрәк. Ә һуң һирәкләгәндә тамырҙары имгәнергә мөмкин.
Кишерҙе йыйырға һуңға ҡалмағыҙ. Уның иртә, уртаса, һуң өлгөрә торған сорттары була. Тәүгеләрен йыйыр өсөн көҙ уртаһын көтөп тормайҙар. Өлгөргән йәшелсә ярыла, имгәнә.