Башҡортостанда өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид бала тәрбиәләгәндәр һәм урман хужалығында эшләгән 35 йәшкә тиклемге белгестәр йорт һалыу һәм башҡа төҙөлөш эштәре, ремонт, яғыулыҡ өсөн ағас алғанда өҫтөнлөктәргә эйә буласаҡ. Был норма ауылда йәшәгән һәм хужалыҡ алып барыу, төҙөлөш өсөн үҙ ер участкалары булған кешеләргә ҡағыла.
“Йорт һалыу өсөн 25 йылға бер тапҡыр – 110 кубометрға тиклем, тораҡты төҙөкләндереү өсөн – биш йылда 25 кубометрға ҡәҙәр, ихата эсендәге башҡа төҙөлөштәр өсөн биш йылда 50 кубометрға ҡәҙәр, уларҙы төҙөкләндереү өсөн өс йылда 15 кубометрға тиклем, яғыулыҡ өсөн йыл һайын 20 кубометрға тиклем ағас бүлеү ҡаралған”, – тип хәбәр иткән министр урынбаҫары.Башҡортостан гәзитенән.