4-5-се кластар өсөн 2 сәғәт ҡаралған.
6-8-се кластар өсөн – иң күбендә 2,5 сәғәт.
9-11-се кластар өсөн – 3,5 сәғәт.
Башланғыс кластарға иһә “Роспотребнадзор”, өйгә эш эшләргә иң ҡулай ваҡыт көндөҙгө сәғәт 3-тән алып 4-кә тиклем, тип белдерә. Дәрестән һуң һәм өйгә эш эшләр алдынан бала 2 сәғәт саф һауала ял итергә тейеш, ти белгестәр.
Их, был ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә өйгә эш әҙерләп булһын ине ул! Ҡайһы ваҡыт өйгә эш эшләү ваҡыты төнгө сәғәт 12-гә тиклем һуҙыла! Ә һеҙҙең нисек, был нормаларҙы үтәйһегеҙме?