Новости
10 Октябрь 2019, 09:55

Сиратта – виноград

Йәй аҙағында халыҡ рәхәтләнеп ҡарбуз ашай. Ул бөтә башлау менән виноградтың хаҡы төшә, тәмлерәктәре лә күпләп килә башлай. Иғтибар иткәнһегеҙҙер инде – әле баҙарҙа, магазиндарҙа ҡарбуздарҙың ныҡ эреләре генә ҡалған, донъялағы иң ҙур еләккә август уртаһындағы кеүек сират та күренмәй. Хәҙер күпләп виноград ашай торған ваҡыт етә. Баш ҡаланың Үҙәк баҙары һатыусылары әйтеүенсә, быйыл был тәмлекәстең килограмын 20 – 25 һумға ла алып буласаҡ.Түбәндәге таблицала хаҡтар 16 сентябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡ-түлеккә бирелгән.

Хаҡтар – һумда

Тоҙло кәбеҫтә 80 –100

Тоҙло ҡыяр 90 –110

ҡыҙыл сөгөлдөр 25 – 40

Һуған 25 – 30

Картуф (арзаны бик ваҡ) 16 – 35

Кәбеҫтә 30 – 32

ҡыяр 40 – 45

Томат 25 – 35

Татлы борос 40 – 50

Кишер 25 – 45

ҡауын 25 – 45

ҡарбуз 12 – 13

Һарымһаҡ 250

Лимон 70 – 80

Дөгө ярмаһы 38 – 44

ҡарабойҙай ярмаһы 38 – 61

Шәкәр 38 – 42

Һыйыр ите 170 – 220

һарыҡ ите 210 – 250

Күркә 250 – 280

Өйрәк 250 – 270

10 дана йомортҡа 23 – 42

Ауыл эремсеге 100 – 120

1 литр кәзә һөтө 100

1 литр ҡымыҙ 55 – 58

Ауыл майы 250

Заводта етештерелгән

аҡ май 148 – 156

0,7 литрлыҡ банкала

ауыл ҡаймағы 130 – 140.
Читайте нас