Новости
10 Октябрь 2019, 12:07

Иген дә, сөгөлдөр ҙә уңған

Республика аграрийҙары иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы алып бөттө тиергә мөмкин. Башлыса төньяҡ райондарҙа ғына ҙур булмаған майҙандар ҡалды.

Бөгөнгә төбәктә 3 миллион 240 мең тонна ашлыҡ һуғылған, барлыҡ сәсеүлектәрҙең 99 проценты йыйып алынған. Уңыш былтырғынан юғарыраҡ һәм гектарынан уртаса 20 центнер тәшкил итә.


Ә бына шәкәр сөгөлдөрөн алыу дауам итә. Әле "татлы тамыр" баҫыуҙарының 62 проценты йыйылған. Уңыш гектарынан – 364 центнер. Бөтәһе 1 миллион 70 мең тонна сөгөлдөр сығарылған.


Көнбағыш быйыл 248 мең гектар ерҙә сәселһә, әле уның 34 проценты һуғып алынған. Төшөм былтырғынан яҡшы – гектарынан 15 центнер. Был юҫыҡта Мәләүез, Көйөргәҙе, Дәүләкән райондары иң алда бара.
Читайте нас