Ярыштарҙың баш судьяһы урынбаҫары Марат Зариповтың әйтеүенсә, был турнирҙың үткәрелеүе милли көрәш менән шөғөлләнеүселәр өсөн ҙур байрамға әүерелгән. Улар бындай сараларҙа таҫыллыҡҡа көс һынашып ҡына ҡалмай, аралаша, тәжрибә уртаҡлаша.
Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуып үҫкән батыр көрәшсе, әллә күпме спортсылар, тренерҙар әҙерләгән шәхес булараҡ исеме күптәргә таныш Нурулла Кәлимулла улы Хисмәтуллин өсөн бөгөнгө турнир - үҙенең элекке уҡыусылары һәм хәҙер инде хатта тотош илдә билдәле көрәшселәр, тренерҙар менән мәртәбәле осрашыу ҙа.