Республиканың төп баҫмаларының береһе булған гәзитебеҙгә тәүгеләрҙән булып Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты Айнур Үтәев, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы Рәйсә Илишева, Абдулҡадир Инан исемендәге башҡорт-татар китапханаһы үҙәге китапханасыһы Нәзифә Иҫәнғужина яҙылды.
Милләте, теле, башҡорт матбуғатының киләсәге өсөн битараф булмаған һәр кем "Башҡотостан"ға яҙылыр тип ышанабыҙ, ти гәзитебеҙҙең дуҫтары.