Новости
10 Октября 2019, 06:33

Аталы-уллы ағыуланған

Өфөлә шәхси йорттарҙың береһендә аңһыҙ ятҡан 53 йәшлек ирҙе тапҡандар. Уның янында – 32 йәшлек улының да үле кәүҙәһе...

Добавить в предпочтительные источники Google
Атай кешене дауаханаға оҙаталар, әммә ул дауаханала вафат була. Медиктар ирҙең билдәһеҙ аҙыҡтан ағыуланғанын билдәләгән. Ваҡиға урынынан буш шешәләр менән шприцтар алынған.


Әлегә үлем сәбәптәре асыҡлана. Аталы-уллы һуңғы ваҡытта бергә йәшәгән. Атай кеше һаҡсы булған, улы иһә бер ҡайҙа ла эшләмәгән.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас