68 йәшлеге һөйләүенсә, уға банктан, хәүефһеҙлек хеҙмәткәре тип алдап, берәү шылтырата, йәнәһе лә, “иҫәбегеҙҙән аҡсаларығыҙҙы алалар, уларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн, сумманы тотош иҫәптән алып, электрон янсыҡҡа һалырға кәрәк”.
Әле мутлашыусыларҙың шәхесен билдәләйҙәр, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Алдаҡсылар аҙым һайын, уяу булыу мөһим. Шуны иҫтә тотоғоҙ: банк бер ваҡытта ла телефон аша кешенең иҫәбендәге аҡсалар менән эш итмәй.Башҡортостан гәзитенән.