19 йәшлек ҡыҙ эсе ауыртыуға, хәлһеҙлеккә һәм ашағандан һуң уҡшытыуға һәм ҡоҫҡо килеүенә зарланып, дауаханаға мөрәжәғәт итә. Медицина тикшереүе үткәргәндән һуң табиптар, уның ашҡаҙанын һәм бөйән эсәген биләп тороусы сит матдә – трихобезоар булыуын асыҡлай. Операция барышында хирургтар ҡыҙҙың эсенән 50х10х10 см ҙурлығында һәм ике килограмға яҡын ауырлыҡта сәс йомғағын ала.