Новости
9 Октябрь 2019, 06:42

Йәш кенә килеш...

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Дағстан урамында 32 йәшлек ирҙең мәйете табылған.

Был кеше йәшәгән ятаҡ бүлмәһендә – уның 30 йәшлек ҡатынының да үле кәүҙәһе. Был турала Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә.


Уларҙың фаразы буйынса, ыҙғыш ваҡытында ир хәләл ефетенә бер нисә тапҡыр бысаҡ менән сәнсә, ҡатын алған яраларҙан шунда уҡ йән бирә. Артабан ярһыған ир үҙе тәҙрәнән һикерә.


Әлеге ваҡытта был фаразды дәлилдәр менән нығытыу өсөн тикшереү эше бара.

Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас