Баш ҡалала урынлаштырыласаҡ ошондай 106 павильондың әле 35-е ҡуйылған. Улар йәмәғәт транспортының килеү ваҡытын күрһәткән электрон табло, Wi-Fi, USB-порт, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә граждандарға хәбәр итеү өсөн ҡулайлама һ.б. менән йыһазландырылған. Бер павильон хаҡы 50 мең һум тора.
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бындай тәртипһеҙлеккә ҡулы барған әҙәмдәргә ҡарата ризаһыҙлығын, артабан да тирә-яҡ мөхитте төҙөкләндереү буйынса эште дауам итәсәген белдерҙе. "Зарар килтергәндәрҙе табасаҡбыҙ һәм аҡылға ултырғанға тиклем язаға тарттырасаҡбыҙ ", – тине етәксе.Башҡортостан гәзитенән.