Новости
9 Октября 2019, 06:33

Түҙемлеге бөткәндер инде әсәнең дә...

Өфөлә 22 йәшлек егет әсәһенең әйберҙәрен урлауҙа ғәйепләнә.

Добавить в предпочтительные источники Google
49 йәшлек ҡатын улының быға тиклем дә өйҙән йәшереп әйбер алып сығыуын һиҙгән. Түҙемлеге бөткәндер әсәнең дә, моғайын.


Кеҫә телефонының юғалғанын белгәс, ул сығырынан сыға, полицияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Йәш кеше ҡулға алынғас, енәйәт ҡылыуын йәшермәй. Әсәһенең телефонын ломбардҡа тапшырып, һигеҙ мең һумға «байыған». Дөрөҫөрәге, бөтә аҡсаны спиртлы эсемлектәр алыуға тотонған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас