Мәғлүм булыуынса, ғәмәлдәге закон ир-ат өсөн пенсияға сығыу йәшен – 65, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡын 60 йәшкә тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота. Өҫтәүенә был үҙгәреш шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған урындарҙан пенсияға сығыу йәшен арттырыуға килтерә.
Дәүләт Думаһы беренсе уҡыуҙа эшләгән граждандарҙың дәүләткә ҡарамаған урындарҙан пенсия алыу хоҡуғын ир-ат өсөн – 60, ҡатын-ҡыҙға 55 йәштән итеү тураһында закон проектын ҡабул итте.Башҡортостан гәзитенән.