Ғәҙәттә, кеше үҙ сәләмәтлеге тураһында бары тик ауырыу килгәс кенә уйлана башлай. Табиб Мясников яман шештең билдәләрен башланғыс стадияла уҡ асыҡларға өйрәтте. Хәҙерге медицина, ваҡытында сара күргән осраҡта, күп кенә сирҙәрҙе дауалауға һәләтле.
Доктор белдереүенсә, яман шештең беренсе билдәләре:
1. Шешенеү, тәндең төрлө ерендә барлыҡҡа килгән төйөрҙәр, үҙгәрештәр.
2. Ашҡаҙан, эсәктәр эшмәкәрлеге боҙолоуы.
3. Кесе һәм оло йомошто йомошлағанда ҡан күренеүе.
4. Оҙайлы йүтәл, тауыштың ҡарлығыуы, һыҙғырып сығыуы.
5. Миңдәрҙең үҫеүе, артыуы.
"Мәкерле яман шеш сире бер ҙә һиҙҙермәйсә, ауыртыуһыҙ-ниһеҙ генә килтереп бәрә. Уны баштағы осоронда асыҡлау өсөн, юғарыла яҙылғандарға ҡолаҡ һалыуҙан тыш, үҙ организмыңды тыңлай белергә лә кәрәк, – ти Мясников. – Әйтәйек, ҡысыныу, тән тиреһе кибеүе лә яман шештең баш ҡалҡыта башлауы тураһында һөйләргә мөмкин. Үҙеңдә ғәҙәти булмаған шундай билдәләр барлығын һиҙһәң, табипҡа мөрәжәғәт ит”.
Һәр кем үҙ һаулығы, ғүмере өсөн яуаплы, ә табиптар һауығырға йәки сирҙе булдырмаҫҡа ярҙам итеүсе генә.