Новости
9 Октябрь 2019, 06:34

Балаңды ҡалдырып, нисек сығып китмәк кәрәк?

Учалы районының Ҡалҡан ауылынан Анжелика Сафиуллина юғалған. Ул үҙе менән хатта кеҫә телефонын да алмай, йортонан сығып киткән, ә өйөндә бәләкәй ҡыҙы ҡалған. Ауылдаштары, волонтерҙар 21 йәшлек ҡатындың эҙһеҙ юҡ булыуына борсолоп, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән.

Ауылдаштары белдереүенсә, Анжелика ире менән яҡшы мөнәсәбәттә булған, йортта ғауға-фәлән ишетелмәгән. Шуға ла уны ҡатындың юғалыуында ғәйепләмәйҙәр. Күршеләре ирҙең эсмәүен, тартмауын билдәләп, атай-әсәләренә лә һәр яҡлап ярҙамсыл булыуын еткергән. Етмәһә, эшендә лә тик яҡшы яҡтан ғына баһалана.


Ауылдаштарының һүҙҙәренә ҡарағанда, йәш ҡатындың ҡунаҡҡа сығып китеүе ихтимал. Әлбиттә, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: нисек инде бер кемгә лә хәбәр итмәй, етмәһә, бәләкәй балаңды ҡалдырып, ҡунаҡҡа сығып кит инде. Һау ғына йөрөһөн!Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас