Мут ир ҡатынды аҡса күсереү ниәте менән банкомат янына саҡыра. Уның ҡушыуы буйынса, баҡса һатыусы банкоматта бер нисә операция башҡара.
Шатлыҡ оҙаҡҡа бармай. Ҡатын банк картаһынан 75 мең һум аҡсаның юҡҡа сыҡҡанын аңлай. Полицейскийҙарға ла эш артты: улар алдаҡсының эҙенә төшмәксе.
Мутлыҡ та, ялған юл менән төп башына ултыртыу осраҡтары ла тирә-яғыбыҙ тулы, иғтибарлы, һиҙгер булайыҡ! Башҡортостан гәзитенән.