Бына әлеге ҡатын да Иваново ҡалаһынан Өфөгә тиклем мең саҡрым араны йәйәүләп үткән. Оло юл буйынан ямғыр аҫтында яй ғына китеп барған сағында күреп ҡалалар уны. 59 йәшлек Алевтина әйтеүенсә, аҡсаһы ла, документтары ла юҡ. Бер генә маҡсаты – нисек тә Стәрлетамаҡҡа барып етеү. Баҡтиһәң, ул шунда теркәлгән.
Алевтина ире менән айырылышҡас, Серовтан Иваново ҡалаһына күсенә, тик унда йәшәр урынһыҙ ҡала. Шуға ла Стәрлегә сығып китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Юл аҙабы – гүр ғазабы тигәндәй, фажиғәгә осрап, аңын юғалта. Документтары ла шул ваҡытта юғала.
Бәхеткә, юлында яҡшы кешеләр осрай, ирекмәндәр ҡатынға Өфөләге туғандарын табырға ярҙам итә, әле уларҙа туҡтаған. Хәҙер Стәрлеләге фатирҙың яҙмышын асыҡларға ҡала.