Әлеге хәл дә яңы ғына уҡыусылар ҡылығы тетрәндергән Стәрлетамаҡта булған. Дәрес бара, уҡытыусы ултыра. Тик бер заман ҡыҙҙар һикереп тора ла һуғыша башлай. Улар бер-береһен сәстәренән һөйрәй, ҡысҡырыша. Араларынан бер нисәһе айырып маташа.
Ә малайҙар ҡыуанышып ҡул саба, ҡыҙҙарҙы артабан һуғышырға "дәртләндерә". Кемдер телефонын алып видеоға төшөрә һала.
Бына заман. Бына мәктәп. Элек малайҙарҙың һуғышыуы һирәк күренеш ине, ҡайҙа инде ҡыҙҙарҙың уҡытыусы алдында йоҙроҡ болғауы!
Нимә бүлешә алманы икән был гүзәл заттар?Башҡортостан гәзитенән.