Новости
8 Октябрь 2019, 12:30

Түңәрәктәр һеҙҙе көтә, уҡыусылар!

Яңы уҡыу йылы башланыу менән Стәрлебаш ауылының Балалар ижад йорто дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусылары өсөн ишектәрен асты.

Өҫтәмә белем биреү учреждениеларында балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында сәнғәт йүнәлештәрендә: «Мелодия» (вокал), «Рәсем сәнғәте һәм биҙәү-ҡулланма ижады», «Ҡағыҙҙа фантазиялар» (квиллинг), «Хобби һәм мин» (стрит-арт, канзаши, кинусайга, һаламдан һәм башҡа материалдан изделиелар), «Әүәләү һәм керамика», «Йөндән фантазиялар» (кейеҙ), «Алтын бармаҡтар» (гобелен, бәйләү, макраме), «Имидж студия» (макияж сәнғәте, аксессуарҙар әҙерләү), «Оҫта ҡулдар» (ағасты яндырып рәсем яһау) түңәрәктәре эшләй.

2 -се Стәрлебаш урта мәктәбе базаһында беҙҙең учреждениенан техника йүнәлешендә «Робототехника», ә Стәрлебаш башланғыс мәктәбендә турист-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендә «Йәш турист» берләшмәһе ойошторолдо.

Балалар ижад йорто 6-17 йәшлек уҡыусыларҙы ҡабул итә. Ижади берләшмәләрҙә уҡыу бушлай.

Һеҙҙе Балалар ижад йортонда көтөп ҡалабыҙ!

Балалар ижад йорто хакимиәте.
Читайте нас