Ул аварияла үҙе ғәйепле. Егет мотоциклда китеп барғанда, күрмәйенсә ҡаршылыҡ өҫтөнә килеп менгән һәм ауған. Бик шәп килдеме икән, ер менән бәрелеш шул тиклем көслө булған, ул шул урында йән биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башында шлемы ла булмаған шул. Бәлки, кейһә, ғүмерен һаҡлап ҡалыр ине лә бит. Шулай уҡ мотоциклы ла теркәлмәгән булған.
Кисә республика юлдарында 13 автоавария теркәлде, уларҙа бер кеше үлгән, 12-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 2200 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 57 иҫерек водителде ҡулға алған.Башҡортостан гәзитенән.