Ул Һарытауҙағы үҙәк парктарҙың береһендә социаль тәжрибә үткәреп, балаларҙың бөтөнләй ят кешегә эйәреп китеүҙәренә үҙе шаһит була.
"Шәхсән мин юлымда осраған туғыҙ баланы "урланым". Уларҙың һәр береһе минең арттан эйәрҙе. Иң оҙаҡ тигәне өс минут ҡына өгөтләргә тура килде", – ти ул.
Ҡәҙерле атай-әсәйҙәр, балаларығыҙға ят кешеләр менән аралашмаҫҡа, уларға эйәрмәҫкә, ҡулындағы әйберҙәргә ышанмаҫҡа кәрәклеген даими иҫкәртеп тороғоҙ!Башҡортостан гәзитенән.