Инклюзив мәктәптә һәр балаға, шул иҫәптән үҙенсәлекле балаларға ла, дөйөм белем алыуға шарттар тыуҙырыла.
1 августан 1 сентябргә тиклем "Рәсәйҙең иң яҡшы инклюзив мәктәбе" VI Бөтә Рәсәй конкурсының беренсе этабы үтте.
Башҡортостан Республикаһынан 12 балалар баҡсаһы менән 3 мәктәп ҡатнашты.
20 сентябрҙә Өфөлә тантаналы рәүештә беренсе этаптың еңеүселәрен иғлан иттеләр.
"Иң яҡшы инклюзив мәктәп-2019" номинацияһында Аҡъярҙың 1-се һанлы мәктәбе еңде.
2-се урында Өфөнөң 132-се мәктәбе, 3-сө урында Ишембай ҡалаһының 18-се мәктәбе.
"Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы" номинацияһында Салауат ҡалаһының 33-сө һанлы балалар баҡсаһы еңеү яуланы. Шулай уҡ Салауат ҡалаһының 18-се балалар баҡсаһы 2-се урынға сыҡты. Өсөнсө урында Өфөнөң 225-се һанлы балалар баҡсаһы.
Аҡъяр мәктәбе менән Салауат ҡалаһының 33-сө һанлы балалар баҡсаһы конкурстың икенсе этабында ҡатнашасаҡ. Ул Мәскәүҙә үтәсәк. Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ!