Новости
8 Октябрь 2019, 07:11

Бал һатып алам тип...

Иглин ауылында йәшәгән пенсионер бал һатырға килгән бер ирҙе йортона индерә. Әммә теге сығып киткәс, әбей 300 меңгә яҡын аҡсаһынан елдәр иҫкәнен белеп ҡала.

Асыҡланыуынса, 73 йәшлек инәй бал өсөн түләгән саҡта теге кеше уның аҡсаһы күплеген күрә. Һөҙөмтәлә һүҙ менән арбап, булған сумманы сәлдерә.


Әле полиция хеҙмәткәрҙәре был ваҡиға буйынса эш башлаған, ғәйепләнеүсенең шәхесе асыҡланған. Уның Ҡабарҙы-Балҡарҙан 33 йәшлек ир икәне билдәле булған. Етмәһә, бал һатыусы төрмәлә лә ултырып сыҡҡан икән.


Ир кеше тыуған яғына ҡайтып киткән булһа ла, Башҡортостан хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алып, Башҡортостанға алып килгән. Теге үҙ ғәйебен таныған, енәйәт эше ҡуҙғатылған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас