Новости
8 Октября 2019, 06:18

70 мышы, 156 ҡоралай... Ииии, бахырҡайҙарҙың китерме икән башы?

Уҙған аҙнала Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында республикала мышы һәм ҡоралайҙарҙы атыу тураһында һөйләштеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Теүәлерәге атып алыуға квоталар билдәләнде.


Быйыл һунар итеүгә рөхсәт биреүҙе һорап, 8732 ғариза ебәрелгән. Шуларҙың 4729-ы - мышыға, 4003-ө ҡоралайға.

Әле ғаризалар йәрәбә ысулы менән һайлап алынды. 70 һунарсы (һәүәҫкәр һунарсы) мышы атырға рөхсәткә эйә булһа, 156-һы ҡоралай атып ала ала.


Әйткәндәй


Иң күп мышы квотаһы (19) Белорет районына тура килде. Ҡоралайға лимит иһә Мәсетле районында күп (58) килеп сыҡты.

Йәл хайуандар...
Читайте нас