Ваҡиға, шаһиттар әйтеүенсә, Бәләкәс йылғаһы аша һалынған күперҙән алыҫ түгел ерҙә булған.
Бында боролоштоң киҫкен, текә булыуын водителдәр ҙә раҫлай.
“Моғайын, шәп килгәндер ҙә тормозға баҫып өлгөрмәгәндер, – тип уфтана улар. – Күперҙә ремонт эштәре барғанлыҡтан, тығын да ҙур ине”.
Машина ергә түбәһе менән килеп төшкән, ҡотолорлоҡ әмәл булмаған, йәл...Башҡортостан гәзитенән.