Новости
7 Октябрь 2019, 06:38

Тәгәрмәс аҫтында ҡалды...

Бөгөн кис Өфөлә ҙур фажиғә булды. Биш йәшлек сабый машина тәгәрмәсе аҫтында ҡалып йән бирҙе.

Республиканың ЮХХДИ-һы хәбәр итеүенсә, баланы ҡаланың Королев урамында "Тойота Камри" автомобиле тапата. Уның руле артында 38 йәшлек ҡатын ултырған була.


Баланы дауаханаға алып китәләр, тик күп тә үтмәй ул йән бирә. Асыҡланыуынса, ул юлды билдәләнмәгән урында үтеп барған. Әле аварияның бөтә шарттары өйрәнелә.


Ата-әсәнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Балаларыбыҙ имен-һау булһын!
Читайте нас