Новости
7 Октября 2019, 06:49

Республика көнөндә – "Алға, Башҡортостан!"

Республика көнөндә Өфөлә open air форматында «Алға, Башҡортостан!” тип аталған концерт буласаҡ. Ул “Торатау” конгресс-холының амфитеатрында үтә.

Республиканың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, көндөҙгө сәғәт 4-тән асыҡ һауала Үҙәк хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһаясаҡ.


17.30 сәғәттә Башҡортостан гимнын башҡарыу буйынса флешмоб башлана.


17.40 сәғәттән – сәхнә йондоҙҙары концерты. Кисәнең хедлайнерҙары – Радик Юлъяҡшин, “Дәрүишхан”, “Каруанһарай”, “Премьер” төркөмдәре.


Концерт лазер шоуы һәм фейерверк менән тамамлана.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас