Новости
7 Октябрь 2019, 09:30

Район гәзитенең тоғро дуҫтары

Үткән аҙнала матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө старт алды. "Стәрлебаш шишмәләре" гәзите редакцияһы коллективы хеҙмәткәрҙәре ошо акция даирәһендә район Мәҙәниәт йортонда сара үткәрҙе. Был көндө бында Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы сара уҙғарылғайны.

Сара башланыр алдынан бында редакция һәм Стәрлебаш почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре район гәзитенә квитанция тултырҙы. Тәүгеләрҙән булып Аллағыуат мәктәбе уҡытыусылар Әлфиә Бикташева менән Земфира Мусина яҙылдылар "Стәрлебаш шишмәләре" гәзитенә. Был көндө ун кеше гәзиткә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылды һәм редакциянан иҫтәлекле бүләк тә алды.

Акция 14 октябргә тиклем дауам итә. Ашығығыҙ, ваҡыт сикле.

Шулай уҡ теләгәндәр артабан бүләк уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн квитанция күсермәһен редакцияға почта аша ебәрергә йәки килтерегә кәрәк.
Читайте нас