2016 йылдан бирле үҙгәреш кисермәгән кейем өлгөһө уңайлылығы менән айырыласаҡ, шул уҡ ваҡытта элек мотлаҡ һаналған аксессуарҙарҙың юғалыуы мөмкин.
Мәҫәлән, өс йылға бирелгән ҡайыш һәм бирсәткәләрҙән бөтөнләй ҡотолоуҙары ихтимал. Шул уҡ ваҡытта күлдәк һәм блузкаларҙы кейеү срогы ике йылға тиклем оҙайтыла. Элек күн курткаларҙы алты йыл кейһәләр, хәҙер – һигеҙ.
Гардероб яңы төрлө куртка, салбар, ботинка, футболка менән байытылһа ла, федераль бюджеттан өҫтәмә сығымдар талап ителмәй, ти закон сығарыусылар.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәренә модалы кейем бик тә килешер кеүек.Башҡортостан гәзитенән.