Водитель белдереүенсә, ир юлдың ситенән китеп барған. Ул ҡара төҫлө кейем кейгән һәм унда яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған.
Кисә тағы бер үлемесле авария Өфө – Яңауыл юлында булды. 32 йәшлек Балтас районы кешеһе “Хендай Элантра” автомобилендә һыйырҙы төкөтә. Бәрелеш бик көслө була күрәһең, машинаны ҡаршы һыҙатҡа алып ташлай.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, водитель башҡаларҙы иҫкәртеү өсөн машинаһы артына авария билдәһен ҡуя. Тик 30 йәшлек “ВАЗ-2113” автомобиле водителе уны күрмәй һәм был машинаға килеп бәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә ватан автомобиленең 75 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк була. Шулай уҡ “ВАЗ”-дың 23 йәшлек пассажиры һәм “Хендай” водителе лә йәрәхәттәр ала. Әйткәндәй, һыйыр ҙа шул урында йән бирә... Башҡортостан гәзитенән.