Әлбиттә, насар тороштағы дауаханалар республикабыҙҙың башҡа ауылдарында ғына түгел, хатта ҡалаларында ла бар. Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү шарттарын яҡшыртыу, дауаханалар төҙөүгә айырыуса иғтибар бирә. Шуға ла яҡшы үҙгәрештәр алдағы көндәрҙә Иҫке Ҡалмаш ауылындағы дауахананы ла урап үтмәҫ, тип ышанғы килә.