Новости
7 Октябрь 2019, 12:53

Был аҙнала аҙыраҡ эшләйбеҙ

Башҡортостанда ҡыҫҡартылған эш аҙнаһы көтөлә. Республика көнө айҡанлы төбәк халҡы бер көн өҫтәмә ял итәсәк. Быйыл байрам йомаға тура килә, шуға күрә 11, 12 һәм 13 октябрҙә ял итәбеҙ. Кесаҙна, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәтҡә ҡыҫҡара.

еспублика көнөн ҡаршылап ҡала һәм райондарҙа күмәк мәҙәни һәм спорт саралары, экологик акциялар, ауыл хужалығы йәрминкәләре, сувенирҙар, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙар менән сауҙа итеү ойошторола, социаль әһәмиәтле объекттар һәм учреждениелар асыу, етем балаларға фатир асҡыстары тапшырыу тантаналары үтә. Байрам осоронда төбәк үҫешенә тос өлөш индергән яҡташтарыбыҙ бүләкләнә.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас