Бигерәк тә гуманитар йүнәлештәге фән белгестәре һәм педагогтар етешмәй. Улар буйынса иң күп вакансиялар сит ил телдәре уҡытыусыларына тура килә. Шулай уҡ педагог-психологтарға, башланғыс класс уҡытыусыларына мохтажлыҡ ҙур.
Ошо уҡ агентлыҡ белдереүенсә, “Фән һәм мәғариф” өлкәһендә уртаса эш хаҡы 30 мең һум тәшкил итә. “HeadHunter Урал”дың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анна Осипова әйтеүенсә, бер ай элек “Программалау нигеҙҙәре” курсы уҡытыусыһына вакансия асылған, уның эш хаҡы 100 мең һумға етә.Башҡортостан гәзитенән.