Новости
7 Октябрь 2019, 06:47

Ҡайһы бер яҡташтарыбыҙ өсөн йөҙ ҡыҙара...

НТВ каналының “ДНК” тапшырыуында Стәрлетамаҡтан килгән ғаиләне күргәс, шоуҙы ҡыҙыҡһынып күҙәтмәй сара ҡалманы. Яҡташтарға ни етмәй? Нимә бүлешмәкселәр бөгөн?

  • Ир федераль каналға балаларына үҙен алимент түләүҙән ҡотолдороу өсөн килгән икән дәһә.


  • Элекке ҡатынынан тыуған бер ҡыҙын да танымаған ир биш, туғыҙ, ун, ун ике йәшлек балаларын “миңә оҡшамағандар” тип бара. Шуны иҫбатлау өсөн атай кеше Мәскәү һынлы Мәскәүгә юл тотҡан, хатта Америкала йәшәгән туғаны Каролинаны ла иптәшкә саҡырған.


    Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, студияла үткәрелгән экспертиза һөҙөмтәһе дүрт ҡыҙҙың да Денистыҡы икәнен раҫлауына ҡарамаҫтан, ир һүҙендә ныҡлы торҙо: “барыбер балалар минеке түгел!”


    Ошондай оятһыҙлыҡты ишетеүҙән йөҙ ҡыҙара, 200 мең һумлыҡ алимент бурысы йыйылған ирҙең аҡланыуы көслө заттың абруйын төшөрә...Башҡортостан гәзитенән.

    Читайте нас