Новости
7 Октябрь 2019, 05:58

Ауыл мәктәбен ниҙәр борсой?

Өфө районының Шамонин ауылында Уҡытыусылар көнөнә бағышланған күркәм сара үтте. Уның сиктәрендә "Ауылда дөйөм мәғариф ойошмалары эшмәкәрлегенең норматив-хоҡуҡ проблемаларын көйләү" тигән күсмә түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.

Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.


Конференция ҡунаҡтарына тәүҙә экскурсия ойошторолдо. Артабан улар I класс һәм тарих дәрестәрендә булды, милли көрәш күнекмәһен ҡараны. Һуңынан ауыл мәктәбен үҫтереү тураһында фекер алыштылар. Ҡыҙҙарға һәм малайҙарға һөнәр һайлағанда йүнәлеш биреү, белем усағының ата-әсәләр менән бәйләнеш булдырыуы, урындағы предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итеүе кеүек мәсьәләләр тураһында ла һөйләшеү булды.

Башҡортостан гәзите.
Читайте нас