Башҡортостан Хөкүмәте һәм Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы ассоциацияһы ярҙамында үткәрелгән был сарала ил төбәктәре вәкилдәре, йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторҙары, дәүләт торлаҡ күҙәтеүе органдары ҡатнашты.
Сессия башланыр алдынан уҡ “Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлағанда энергияны һаҡсыл тотоноу һәм энергияның йоғонтололоғон арттырыу” темаһына бизнес-аш ойошторолдо. Унда Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы һәм Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы ассоциацияһы вәкилдәре спикерҙар булараҡ сығыш яһаны һәм башланасаҡ сессияның маҡсаттарын аңлатты. Ә сараның тәүге көнөндә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотҡан “Күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлауҙың 2035 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы” тигән эшлекле уйын һәм Рәсәй субъекттарының дәүләт торлаҡ күҙәтеүе етәкселәре өсөн “түңәрәк өҫтәл” уҙғарылды.
Сессия Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәренең ошо милли проект мәсьәләләренә арналған кәңәшмәһе, шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлауға махсуслашҡан һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың VI Бөтә Рәсәй съезын үткәреү маҡсатын да ҡуя.
“Торатау” конгресс-холында ошо сара барышында күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн ҡорамал һәм материал етештереүсе предприятиеларҙың күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Бер нисә көн дауам итәсәк был сара ошондай стратегик сессия рәүешендә Рәсәйҙә беренсе тапҡыр үткәрелә. Быға саҡлы Пермь крайында, Свердловск һәм Мәскәү өлкәләрендә күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау ойошмаларының съездары уҙғарылғайны. Өфөләге йыйын ниндәй төп бурыстар билдәләне һәм йорттарҙы заманса талап иткән хәлгә килтереү өсөн ниндәй саралар күреләсәк? Был туралағы тулы мәҡәләне гәзиттең алдағы һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.