Новости
6 Октябрь 2019, 10:07

Теләүембәттәр ФАП-ҡа рәхмәтле

Теләүембәт ауылы районда ҙурҙарҙан һанала. Ауыл биләмәһенә бөгөн ете ауыл инә, йәмғеһе 2480 кеше бында көн итә. Ә Теләүембәттә, мәҫәлән, 430 халыҡ йәшәй. Ауылда яҡшы тормош алып барыу өсөн социаль объекттарҙан мәктәп, балалар баҡсаһы, мәсет, клуб, китапхана эшләй. Ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙә, әлбиттә, фельдшер-акушерлыҡ пунктының әһәмиәте әйтеп бөткөһөҙ.

  • – Халыҡтың сәләмәтлеге ныҡлы икән, тимәк, эшләргә көс-дәрте буласаҡ. Шуға ла шәхси йорттарҙың береһендә урын­лашҡан фельдшерлыҡ пункты тар, ҡыш иһә һыуыҡ булыуы ме­нән кәйефте төшөрә ине. Тиҙҙән ауыл халҡын ҡыуандырып, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асасаҡ, – ти Телә­үембәт ауыл биләмәһе рәйесе Зөбәйер Әбдрәхимов. – Яңы ФАП төҙөлөүе ауыл биләмәһе халҡына беренсел медицина ярҙамын тиҙ алырға, уның сифатын, медицина хеҙмәткәрҙә­ре­нең эш шарттарын яҡшыр­тырға мөмкинлек тыуҙырасаҡ.


  • Әле ауылдың ҡап уртаһында төҙөлөш ҡыҙыу бара, төҙөүселәр уны ноябрь айында файҙа­ланыуға тапшырырға күҙаллай. Шуға ла улар намыҫ менән бөгөн заманса материалдар ҡулланып, бинаның стенаһын күтәреү, тирә-яғын төҙөкләндереү менән мәшғүл. Бөтә коммуникациялар үткәрелгән.


    Бинаның эсендә фельдшер бүлмәһе, процедуралар кабинеты, көтөп ултырыу урыны, гардероб һәм санузел ҡаралған. Төҙөлөш хаҡы – ике миллион һум тирәһе.


    “Ауыл биләмәләрен тотороҡ­ло үҫтереү” маҡсатлы програм­маһы нигеҙендә төҙөлгән учреждение заманса талаптарға тулы­һынса яуап бирәсәк. Заказсыһы – Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы, ә подрядсыһы иһә Мәләүез ҡалаһының “Нур” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Әйткәндәй, “Нур” йәмғиәтенең етәксеһе – ошо ауыл биләмәһенә ҡараған Аҙнағол ауылы егете Салауат Хәлил улы Кинйә­булатов.

    Читайте нас