Ҡаҙаныштарына таң ҡалырлыҡ
Шулай ҙа гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланғас тәүгеләрҙән булып ышаныслы дуҫтарыбыҙға мөрәжәғәт итәбеҙ. Был юлы ла тап шулай булды. Ауыр саҡта таяныр кешең булыуы – үҙе ҙур бәхет. Беҙгә һәр саҡ терәк булған Әбйәлил районының Ҡаҙмаш урта белем усағына юл алыуыбыҙ ҙа юҡҡа түгел. Был мәктәп менән күптән инде рухи күпер һалынған, тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Был юлы ла ҡаҙмаштар беҙҙе асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды.
Директор Зариф Атауллин белем усағы менән таныштырыуҙы мәктәп яны баҡсаһынан башланы. Сәскәләрҙең сағыу балҡышынан, әйтерһең дә, әкиәт донъяһын хәтерләткән белем усағы, бар ауылға йәм биреп, тау үренән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып ултыра. Йыл һайын мәктәп коллективы уҡыу йортон төрлө сәскәләргә күмә, районда үткән “Сәскәләр байрамы”нда ҡатнашып, алдынғы урын ала. Быйыл да яңы уҡыу йылы алдынан район мәктәптәре араһында ойошторолған ярышта алдынғылыҡты бирмәгәндәр.
Уҡытыусы Илүзә Яҡупова етәкселегендә уҡыусылар ҙа мәктәп яны баҡсаһында йәйге практика үткән. Кемдер йәшелсә-емешкә һыу һипһә, икенселәр сәскәләрҙе ҡараған. Кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡтарҙы йыл һайын уҡыусылар ауыл халҡы өсөн үткәрелгән көҙгө йәрминкәләрҙә һата. Унан йыйылған аҡсаға мәктәпкә кәрәк-яраҡтар һатып алына. “Ауыл халҡы ғына түгел, күрше ауылда йәшәүселәр ҙә беҙҙең кәбеҫтәне теләп ала. Ҡайҙа нисектер, әммә беҙҙә кәбеҫтә, кишер һәм сөгөлдөр ныҡ уңа”, – ти мәктәп етәксеһе.
Ҡаҙмаш урта мәктәбе районда иң алдынғы белем усаҡтарының береһе һанала. Бында көслө педагогия коллективы тупланған. Уҡыусылар белем алыуға ынтылып тора, төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар яулай, спорт ярыштарында ҡатнаша. Йыр-бейеүгә маһир, милли матбуғатты иң күп алдырып уҡыусылар ҙа улар.
Йәш һәм дәртле директор Зариф Вәкил улы етәкселегендәге коллективта бөтәһе 20 кеше эшләй, шуның 18-е – юғары белемле педагог. Коллективтың уртаса йәше – 43. Уҡыу йортона Рыҫҡужа башланғыс белем биреү мәктәбе ҡарай. Уҡытыусыларҙан Зифа Билалова, Азамат Әхтәмов, Айгөл Мөхәмәтовалар – Башҡортостандың мәғариф отличниктары.
Мәктәптә 185 уҡыусы белем ала, 40 бала күрше ауылдан йөрөп уҡый. Үткән уҡыу йылында 19 уҡыусы ХI класты тамамлаған, шуларҙың 65 проценты юғары уҡыу йорто студенты булып киткән. Яңы уҡыу йылында 22 бала тәүге тапҡыр партаға ултырған.
Район буйынса иғлан ителгән “Йыл мәктәбе” конкурсында Ҡаҙмаш урта мәктәбе “Белемле мәктәп” номинацияһында еңеүсе булып танылған. Әйтергә кәрәк, мәктәп коллективының был оло еңеүе – йылдар дауамында уҡыусыларға юғары белем биреүҙең матур һөҙөмтәһе, сөнки районда туғыҙынсы һәм ун беренсе кластарҙа Берҙәм дәүләт имтиханы биреү һөҙөмтәләре буйынса иң юғары күрһәткестәр тап Ҡаҙмаш урта мәктәбенә тура килә. Мәҫәлән, районда профилле математика фәне буйынса ошо мәктәп уҡыусыһы Ильяс Шәйхетдинов 71 балл йыйған (уҡытыусыһы – Зифа Билалова). Әле Ильяс – Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты. Шулай уҡ физика уҡытыусыһы Фәүзиә Зәйнуллинаның да уҡыусылары районда иң яҡшы күрһәткескә өлгәшкән, 64 балл туплаған.
Бында сифатлы белем биреүгә ынтылыш башланғыс кластарҙан уҡ һалына. Эҙмә-эҙлекле эш алып барыу, һәләтле уҡыусылар менән айырым шөғөлләнеү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Үткән уҡыу йылында Ҡаҙмаш урта мәктәбе уҡыусылары 16 йүнәлештәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған. Мәҫәлән, Диана Ғәлина – мәктәп намыҫын рус теле һәм әҙәбиәте, география, биология буйынса, Нәйлә Зәйнуллина – физика һәм башҡорт теле, Наил Зәйнуллин – рус теле, технология буйынса алдынғылыҡты бирмәгән. Шулай уҡ уҡыусылар, интернет олимпиадаларында даими ҡатнашып, алдынғы урындар яулай, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай, әҙәби уҡыуҙарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ уҡыусылар “Йәншишмә” гәзитенә һәм “Аманат” журналына әүҙем яҙыла. “Йәш хәбәрсе” исеменә лайыҡ булған Заһиҙә Рәжәпова мәктәп тормошон тиҙ арала гәзит-журнал битендә яҡтыртып та өлгөрә.
Ҡаҙмаш урта мәктәбендә белем алған уҡыусыларҙың күпселеге техник йүнәлешле уҡыу йорттарына инә. Был – үҙе үк уҡыу йортонда белем биреүҙең сифатын күрһәткән һандарҙың береһе. Бында шулай уҡ уҡыусыларҙы бар яҡлап үҫтереү, сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, спортҡа һөйөү тәрбиәләү, уларҙың һәләттәрен асыу, таланттарын артабан дауам итеү маҡсатында эш яҡшы ойошторолған. Бейеү, вокал, “Оҫта ҡулдар” түңәрәктәре эшләй, саңғы, теннис, гер күтәреү кеүек секцияларҙа уҡыусылар бик теләп шөғөлләнә.
Мәктәптә район, төбәк, республика һәм Рәсәй чемпиондары тәрбиәләнә. Гер күтәреү буйынса Заһит Моталов, Зенит Ҡотләхмәтовтар республика чемпионы исемен яулаған. Шулай ҙа ҡаҙмаштарҙың төп бренды – саңғыла йөрөү, тиһәк һис тә яңылыш булмаҫ, сөнки район мәктәптәре араһында иң шәп саңғысылар фәҡәт ошо ауылдан. Бында һәр кем бала саҡтан саңғыға баҫа, сәләмәт тормош алып бара, ҡышын ауыл тирәләй әллә күпме саңғы юлдары һалына. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ҡаҙмаш урта мәктәбендә бер матур йола йәшәй. Йыл һайын СССР-ҙың саңғы буйынса спорт мастеры Әсҡәт Ҡаһармановтың призына – саңғы, Эске эштәр министрлығының почетлы ветераны, отставкалағы майор Хөснөтдин Ғәниев исеменә – атыу, шәхси эшҡыуар Мәҙинә Ибраһимова призына өҫтәл теннисы буйынса ярыштар үткәрелә. Сәләмәт тормошҡа, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән физкультура уҡытыусылары Азат Яҡупов менән Азамат Әхмәтовтарҙың дәресен балалар һәр саҡ көтөп ала.
Өлгөлө белем усағы, үҙҙәренең рухлы булыуҙарын йәнә бер ҡат иҫбатлап, районда тәүгеләрҙән булып “Коллектив менән – “Башҡортостан”ға!” акцияһына ҡушылды.
– Милли матбуғатты алдырыу һәм таратыуҙа беҙҙең коллектив һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Бигерәк тә республикабыҙҙың исемен йөрөткән “Башҡортостан” гәзите – һәр уҡытыусы өсөн белем биреү һәм тәрбиә эшендә ҙур ярҙамсы ул. Унда баҫылған мәҡәләләрҙе дәрестәрҙә, тәрбиәүи сараларҙа ҡулланабыҙ, башҡа төбәктәрҙә йәшәүсе коллегаларҙың эш алымдары, тәжрибәләре менән танышабыҙ. Киләсәктә гәзит биттәрендә өлгөлө уҡытыусының эш тәжрибәһен яҡтыртҡан, мәғариф өлкәһендәге барлыҡ яңылыҡтарҙы, проблемаларҙы сағылдырған ҡыйыу мәҡәләләр ҙә урын алыр тигән өмөтөбөҙ ҙә юҡ түгел, – тине мәктәп директоры Зариф Атауллин.
Киләсәктә лә Ҡаҙмаш урта мәктәбе коллективы менән рухи күпер дауам итер, бәйләнештәр өҙөлмәҫ, осрашыуҙар булып торор, иң мөһиме – гәзитебеҙҙең яңы дуҫтары артыр, тигән ышаныс менән ҡайтыр юлға сыҡтыҡ.